Перейти к содержимому

Текст песни Ильяс Ишбулатов — Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары (минус)

Исполнитель: Ильяс Ишбулатов Обновлено:

1 куплет:
Ҡоштар ҙа шулай бер таралыша, һау бул инде тыуған оябыҙ.
Офоҡтарға ҡарап осор өсөн, иңдәргә беҙ ҡанат ҡуябыҙ.
Әйтерһең дә караптарҙа үтте, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр, ошо һуңғы моңдоң сыңлауы.

Ҡушымта:
Ҡыңғыраулы, ҡыңғыраулы, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.
Ҡыңғыраулы, ҡыңғыраулы, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.

2 куплет:
Алда әле заман имтиханы, күп һынауҙар әле үтәһе,
Маҡсаттарға әле ирешәһе, хыялдарҙы ысын итәһе.
Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр, ошо һуңғы моңдоң сыңлауы.

3 куплет:
Ҙур юлдарға беҙҙе сығарҙың һин, күңелдәргә бирҙең ынтылыш,
Һуңғы звонок булһын беренсеһе, һин ҡаршыла беҙҙе ҙур тормош.
Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.
Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр, ошо һуңғы моңдоң сыңлауы.


Текст добавил: Андрей Курышев

Похожие песни