Перейти к содержимому

Текст песни Ян Лира — Һиңә табынам

Исполнитель: Ян Лира Обновлено:

Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан,
Йән - йәрем, торормон һүҙемдә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.

Ҡушымта:
Тик һиңә табынам, йән - йәрем,
Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә.

2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә,
Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда.
Хыялда күктәрҙә йөҙәмен,
Янымда бары һин булғанда.

3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан,
Йән - йәрем, торормон һүҙемдә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.


Текст добавил: Андрей Курышев