Перейти к содержимому

Текст песни Мажитова Гузель — Йәш ғүмер

Исполнитель: Мажитова Гузель Обновлено:

Йәш ғүмер бер уҙғас, ҡайтмай ул яңынан.
Тик минең йәшлек никтер ҡайтыр кеүек.
Йәшлектә һөйгән йәр "Һағындым килеп ал,
Һине көтәм һаман," тип әйтер кеүек.

Юҡ, ҡайтмаҫ йәш ғүмер-ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында һағыш булып.
Йәшләй һөйгән йәр ҙә ятҡа ҡалды унда,
Әллә яңлыш, әллә бер яҙмыш булып.

Яңылышты төҙәтеп, яҙмышты үҙгәртеп,
Йәшәһәң, йәшлек кире ҡайтыр кеүек.
Тик бер йыраҡ йондоҙ йә айҙың Зөһрә ҡыҙ,
Йәшлек яҙың бында, тип әйтер кеүек.

Текст добавил: Андрей Курышев

Похожие песни

Подборки песен под гитару

Все подборки →