Перейти к содержимому

Текст песни Аҡ томандар

Обновлено:

Аҡ томандар араһында усаҡ яҡтым,
Аҙашмайса барып етһен - һөйөү хатым.
Таралһындар ауыр болот, шикле уйҙар.
Күрешеүҙе ашыҡтырыр етеҙ уйҙар...

Тик әйт кенә осор инем яндарыңа
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына,
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын,
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым...

Усағымдың ялҡындарын елдәр тарай,
Саф хистәрҙең тоғролоғон йылдар һынай.
Күңел гөлөм ҡаршы торор дауылдарға
Таш ятһа ла, боҙ ятһа ла араларҙа.

Тик әйт кенә осор инем яндарыңа
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына,
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын,
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым...

Текст добавил: Андрей Курышев

Другие песни исполнителя Калья-рок группа

Все песни Калья-рок группа →