Перейти к содержимому

Текст песни Алакан & Лиана Хабибуллина — Йыhанда

Исполнитель: Алакан & Лиана Хабибуллина Обновлено:

«Йыһанда»

Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде был наҙлы күҙҙәр.
Был ҡара сәстәрең, һәм был татлы ирендәр,
Йөрәккә шатлыҡ тула, әгәр булһаң минең эргәмдә.
Һинһеҙ көндәрем ҡараңғы һымаҡ, һинһеҙ был донъя минең өсөн ямаҡ,
Һине күргәндә йөрәгем елкенә, күкрәгемде йыртып ул сығыр һымаҡ.
Дөрләп, яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Беҙ бергә булғанда, бәхетле минуттар.

Беҙ осабыҙ бергә, йыһанда, йыһанда,
Мөхәббәт ялҡынының, беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда,
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.
Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде, был наҙлы күҙҙәр.
Был йылы ҡулдарың һәм был наҙлы ҡарашың,
Тәрән тойғоларҙа йөҙәм һәм юғала башым.
Һинеке генә мин булғым килә, ҡосағыңда тойғоларҙа юғалғым килә,
Минең йөрәгемдең һин иң түрендә, һинең менән мин мәңге ҡалғым килә.
Дөрләп яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Көн һайын осрашыуҙарҙа, бәхетле минуттар.

Текст добавил: Андрей Курышев

Краткое описание

Песня «Йыһанда» в исполнении МС Алакан и Лианы Хабибуллиной рассказывает о сильных и глубоких чувствах, которые испытывают герои песни. Они говорят о том, что их сердца полны любовью и счастьем. Текст песни описывает, как эти чувства влияют на их жизнь и приводят к радости и счастью. В песне также затрагивается тема взаимности в любви и того, что для героев песни нет ничего важнее, чем быть рядом друг с другом. Все слова и фразы, используемые в песне, имеют глубокий смысл и наполнены эмоциями. Музыкальное сопровождение песни подчерквает ее эмоциональность и создает особую атмосферу. «Йыһанда» — это песня о любви и счастье, которая заставляет нас верить в силу и красоту этих чувств.

Похожие песни