Перейти к содержимому

Текст песни Әйгөл Үтәгәнова — Әли- бәли, бәү-бәү

Исполнитель: Әйгөл Үтәгәнова Обновлено:

Шатлыҡ өҫтәп тормошома
Тыуҙың һин күҙ нурым,
Йоҡла йом куҙең, йондоҙом
Һиңә был йырым.

Әли- бәли, бәү-бәү,
Күҙ теймәһен бәпкәм,
Ай нурҙары һинең йөҙөңдә,
Мөһәббәт йемешем,
Алтыным, көмөшөм,
Йыһандың бар наҙы үҙеңдә.
Йоҡла ҡыҙым
Әли- бәли, бәү-бәү

Һин йылмайһан таң атҡандай
Көлһәң шишмә көнләшә.
Аҡ булһын ғүмер юлдарың
Рәхәттә йәшә.

Аяҙ булһын һәр саҡ күгең,
Матур төштәр күр һин.
Эй, Һоҙай бар сабыйҙарға
Бәхеттәр бирһен.


Текст добавил: Андрей Курышев

Краткое описание

Rate limit exceeded

Другие песни исполнителя Әйгөл Үтәгәнова

Все песни Әйгөл Үтәгәнова →