Перейти к содержимому

Текст песни Гульдар Ишкуватова — Атайсалым,Сибайым — Sibayim-sehrim

Исполнитель: Гульдар Ишкуватова Обновлено:

СИБАЙЫМ

Лилиә Һаҡмар һүҙҙәре
Гөлдәр Ишҡыуатова көйө

1. Йыл үтәһен көн үтәһең
Әйләнеп ерем күсәрен,
Йырлы ҡалам, нурлы Сибайым,
Маҡтау йырына бар хаҡың,
Дан ҡаҙана эшсән халҡың -
Һиңә арнап йырым йырлайым.

Ҡушымта:
Төйәләҫ буйында ҡоштар һайрай,
Мин дә ҡушылып йырлайым.
Йөрәгемдә һинең моңоң сыңлай,
Атайсалым, Сибайым!

2. Бар көкөрт, баҡырҙары ла.
Һылыуҙар, батырҙары ла…
Ырыҫлы, бай тыуған еремдә
Йондоҙҙарҙы көнләштереп,
Ғашиҡтарҙы серләштереп,
Төнгө уттар балҡый иңеңдә.

Ҡушымта шул уҡ.



Текст добавил: Андрей Курышев

Другие песни исполнителя Гульдар Ишкуватова

Все песни Гульдар Ишкуватова →